Таганок (на башкирском языке)

Бөркөтлө

Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ауылдарҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? Ҡыйындыр, әлбиттә. Ә бит Бөркөтлөнө күреү генә түгел, шунда тыуып, шунда үҫкән кешеләр бар. Уларға рәхәт, исмаһам, тыуҙыңмы, рәхим ит: Бөркөтлө.

 Шулай ҙа кешеләрҙе аңламаҫһың. Бөркөтлөләр үҙ ихтыярҙары менән ҡайҙағылыр алыҫ ҡалаларға, күҙ күрмәҫ, ҡолаҡ ишетмәҫ илдәргә барып йөрөп ҡайталар. Күргәндәрен мәрәкә итеп һөйләйҙәр. (Мин һуғышты әйтмәйем. Унда берәү ҙә мәрәкә күрәйем тип бармаған.)

Йорттан сыға алмағандары лимон-әфлисундар үҫкән йыраҡ ерҙәр, шаулы диңгеҙҙәр, ҡыш булмай торған илдәр, төн булмай торған яҡтар тураһында хыялланалар. «Их, шуларҙы барып күрһәң ине!» — тиҙәр. Ә бына: «Их Бөркөтлөнө күрһәң ине!» — тип уфтанған кешене, ниңәлер, осратырға тура килмәне. Кешеләрҙең шундай ҡыҙыҡһынмаусан булыуына аптырарһың. Ҡыҙғаныс, әлбиттә.

Бөркөтлөлә, әйткәнемсә, донъя күргән кешеләр байтаҡ. Күрмәгәндәре лә сей наҙан түгел. Аҡты ҡаранан айыралар. Ана һарыҡ көтөүсеһе Шәрифулланы ғына тыңлап ҡарағыҙ. Алтмышҡа етеп, ситкә аяҡ атлағаны юҡ, ә үҙе ер шарын биш бармағы кеүек белә. «Ҡыҙыл буяуҙы Ҡыҙыл диңгеҙ һыуынан, ҡара буяуҙы Ҡара диңгеҙ һыуынан, аҡ буяуҙы Аҡ диңгеҙ һыуынан яһайҙар, йәнә һары диңгеҙ, Йәшел диңгеҙ, Зәңгәр диңгеҙ бар… — ти ул. — Йылы яҡта шундай тигеҙ далалар бар, ҡояш сыҡҡанда йомортҡа тәгәрәтеп ебәрһәң, ҡояш батҡансы туҡтамай барасаҡ», — ти.

 Ә Бөркөтлө ҡарағас, ҡайын, ҡарағай урмандары менән ҡапланған тауҙар араһында — Урал итәгендә ултыра. Уның ике яғында ике ҙур күл. Береһен — Ҡалҡанкүл, икенсеһен Ҡылыскүл тип атап йөрөтәләр. Ҡалҡаны алыҫыраҡ, Ҡылысы ауыл эргәһендә генә. Тау битләүендә үлән йәшәреүгә Ҡалҡандың һыуы йылынып та өлгөрә, ә Ҡылыстың һыуы йәй уртаһында ла, боҙ кеүек, һалҡын була, инһәң, тәнде ҡурып ала.

 Донъяла бер нәмә лә үҙ-үҙенән генә яралмай. Әлеге күлдәрҙең барлыҡҡа килеүе тураһында ошондай әңгәмә йөрөй. Имеш, борон-борон заманда, Уралды илбаҫарҙарҙан һаҡлағанда, бәһлеүәнгә уҡ тейгән. Ул гөрһөлдәп ергә ауған. Уң ҡулындағы ҡылысы бер яҡҡа, һул ҡулындағы ҡалҡаны икенсе яҡҡа барып төшкән. Ҡалҡан төшкән ерҙә йылы күл, ҡылыс төшкән ерҙә һалҡын күл ҡалҡҡан. «Ни өсөн шулай ике төрлө һыу сыҡҡан?» — тип һораһағыҙ, баяғы Шәрифулла былай тип яуап бирер: «Сөнки ҡылыс йән ҡыя торған яман ҡорал, ә ҡалҡан йән һаҡлай торған яҡшы нәмә»,- тиер.

 Бөркөтлөнөң күрке күлдәр генә түгел. Уның тирәһендә кемуҙарҙан ярышып күккә үрләгән тауҙар, тау араларындағы йәшел үҙәндәр, ҡаяларҙан урғылып сыҡҡан шишмәләр, таштан-ташҡа һикереп уйнаған ҡыр кәзәләре, яҙғы шарлауыҡтарҙан көҙгө ҡырауҙарға тиклем тынмай һайраған ҡоштар йәм өҫтөнә йәм өҫтәй. Яҙғы күкрәүҙәр ваҡытында бында тауҙар гөрләп тора. Әйтерһең, улар үҙҙәре күкте күкрәтәләр. Урмандарҙа беләк йыуанлығы көпшәләр үҫә, аҡландарҙа турғай башы ҙурлығы еләктәр бешә. Кеше аяғы баҫмаған түбәләрҙә бөркөттәр бала сығара. Улар йыш ҡына саңҡ-саңҡ итеп ауыл өҫтөнән осоп үтәләр. Ана шул бөркөттәр инде бынан бик күп йылдар әүәл ауылға исем биргәндәр: Бөркөтлө.

Күкрәктауҙағы әңгәмә

 Ҡылыскүл эргәһендәге бейек түбәне Күкрәктау тип йөрөтәләр. Уның төньяҡ битләүен ҡуйы ҡарағай урманы ҡаплаған, ә көньяҡ битләүе тап-таҡыр сиҙәмлек. Бер ҡараһаң, ул яртылаш сәсе алынған малай башына оҡшап ҡуя. Был яҡта ул шулай: ағастар тауҙарҙың төньяҡ итәктәренә һыйынып үҫәләр. Әйтерһең, улар тауҙарҙы һалҡын елдәрҙән ышыҡлар өсөн шулай итәләр.

 Күкрәктау башына менеп ҡараһаң, күк сите әллә ҡайҙа алыҫҡа күсеп китә. Түбәндә Яйыҡ буйына ултырған Тирмә ауылының йорттары умарталыҡтағы умарталар саҡлы ғына күренә. Ә Урал итәгендә көтөүселәр яҡҡан усаҡтың төтөнө Шәрифулла төрөпкәһенән сыҡҡан төтөн хәтле генә. Тик әллә ҡайҙа ятҡан Кирәмәт кенә аяҙ көндәрҙә ҡараған һайын яҡынайған һымаҡ күренә. Тулҡын-тулҡын булып күгәреп ятҡан бүтән түбәләр араһында уның ғына башы ҡояшта ялтырап ағарып тора, йәйге селләгә тиклем унда ҡар ята.

 Кирәмәт башына менеү тураһында күп малайҙар хыяллана. Ләкин унда менеү өсөн ҡара урмандар, текә ҡаялар, тәрән соҡорҙар аша уралып-уралып киткән тар, хәтәр һуҡмаҡ менән бер көн, бер төн барырға кәрәк. Ирмен тигән кеше Кирәмәткә менмәй ҡалмаҫ, әлбиттә.

 Ә хәҙергә Күкрәктауҙың көньяҡ битләүендә Шәрифулланың һарыҡтары керт-керт үлән ашап йөрөй. Тау башында эреле-ваҡлы биш кеше ултыра. Һары мыйыҡлы, ас яңаҡлы Шәрифулла ағай үҙе инде. Ә ҡалған дүртеһе тураһында һеҙҙең хатта ишеткәнегеҙ ҙә юҡтыр. Ғәжәп тә түгел. Уларҙың әлегә һис ни менән дан ҡаҙанғандары юҡ шул. Өсөһө кисә генә төрлө-төрлө билдәләр менән бишенсе класты тамамлап сыҡты. Тәртип яғы ла ал да гөл генә булманы. Шулай ҙа ҡойроҡ-фәлән эйәрмәне.

 Ыҫмала төҫлө ҡара ҡуйы сәсле, ҡылыс танаулы, сандыр малай Ғабдулла исемле. Уның сәсенә ҡулыңды тейҙерһәң, бармаҡтарың сатнап йәбешер һымаҡ. Йәмшек танаулы, табаҡ битле йыуаны — Вәзир, һыуыҡта ла, эҫелә лә уның ике бит алмаһы гел ҡыҙарып янып тора. Вәзирҙең күҙҙәрен сылт-сылт йома торған ғәҙәте бар. Бер саҡ яңы килгән уҡытыусы апай, үсекләшә тип уйлап, ошо ҡылығы өсөн уны кластан да ҡыуып сығарҙы. Үҙе шундай булһа ла рогатканан һәләк мәргән ата ул. Өсөнсөһө — Бөркөтлөлә берҙән-бер ерән сәсле, һипкелле малай Айҙар. Уның «Ҡыр кәзәһе» тигән ҡушаматы ла бар. Шәп йүгергән өсөн шулай тип йөрөтәләр. Дүртенсеһе саҡ ҡына ситтәрәк ултыра. Уның әле етеһе лә тулмаған. Сысҡан ҡойроғо кеүек кенә толомона матур ҡыҙыл таҫма ҡушып үргән. Исеме лә матур уның — Гөлнур. Тик алғы тештәре генә юҡ. Теш булмағас, ауыҙында һис кенә лә һүҙ тормай.

 Шәрифулла ағай бик серле тауыш менән нимә тураһындалыр әңгәмә һөйләй. Ҡалған дүртеһе тын да алмай тыңлап ултыра. Байыр яҡҡа тәгәрәгән ҡояштың һарғылт нурҙары Шәрифулланың ыҫланған мыйыҡ остарына төшөп йымылдайҙар. Йымылдайҙар ҙа уның аҫҡы ирененә һикереп төшәләр. Шуға күрә уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙе ниндәйҙер бер яңы серҙе аса һымаҡ.

 Нимә һөйләй икән ул? Әйҙәгеҙ, ҡолаҡ һалып ҡарайыҡ.

 — …Кирәмәт башына менеү — бөркөт осор бейеклеккә күтәрелеү тигән һүҙ ул. Төндәрен уның өҫтөндә, — ти Шәрифулла, — усаҡ тирәһендә әйләнгән күбәләктәр төҫлө, йондоҙҙар һикерешеп уйнай. Улар түбән үк төшәләр — үрел дә тот үҙҙәрен! Ҡайһы бер үтә шуҡтары, яңылыш ҡаяға һуғылып, селпәрәмә лә киләләр. Ана шуны инде йондоҙ атылыу тиҙәр.